493 0

Билал мәктәбе «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына ҡушылды һәм төрлө саралар үткәреү өҫтөндә эшләй. Ғаилә йылына арнап үкәрелгән сара башланды. Ҡапыл, тамашасыларҙы һиҫкәндереп йәш бала тауышы яңғыраны. Донъяға яр һалып сабый тыуҙы. Шул сабыйҙың киләсәге яҡты, ата — әсәһе һау, йорт — ил имен булһын өсөн бар кешелек изге теләген еткерҙе. «Быуындар бәйләнеше» исемле концерт шулай башланып китте һәм ике сәғәт дауам итте. Тамаша ҡарарға килгән ауыл халҡы, берсә моңланып йырлаған, берсә дәртләнеп бейегән уҡыусы, уҡытыусы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, мәғариф ветерандарының һәр сығышын алҡыштарға күмде. Башҡарт, урыҫ, мари, заманса, шаян, коллектив бейеүҙәрҙе шул тиклем оҫта башҡарҙылар, әйтерһең, ғүмер буйы сәхнәнән төшмәй, бейеп кенә йөрөгәндәр. Йырҙары менән дә әҫир итте улар тамашасыларҙы. Слайдтан мәктәп тормошо менән танышып барырға ла мөмкинселек булды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә концерт әҙерләп тамашасыларҙы, ауылдаштарҙы һөйөндөргәндәре өсөн мәктәп директоры Ф.Ф. Садыҡов коллективына рәхмәт белдерҙе. Беҙ ҙә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Об авторе