593 0

«Хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек!» исемле байрам Баймаҡ районы Һәмән ауылында үтте. Ауылда ике һуғыш ветераны Әбүзәр Ишморатов һәм Менәүәр Әминев, тыл ветерандары Зөһрә Әминева, Мәхмүзә Асҡарова, Мәхмүзә һәм Вәлиулла Боҫҡоновтар, Зөһрә Һибәтуллина, Шәрифйән Исхаҡов йәшәй. Беҙҙең атыр таңдарыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын өсөн яу яландарында башын һалғандар, һуғыштан ҡайтып яуҙа алған яраларынан мәрхүм булған ветерандарыбыҙ иҫтәлегенә обелискка венок һалынды. Ветарандарыбыҙҙы район хакимиәтенең финанс эштәре буйынса урынбаҫары Илнур Нурмөхәмәт улы, халыҡты яҡлау бүлеге хеҙмәткәре Асия Зөлҡәрнәй ҡыҙы, Билал ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы, мәктәп директоры Фәнүр Фәрит улы, ауыл старостаһы Зәйнулла Хәсән улы ҡотланы. Мәктәп уҡыусылары Айгүзәл Кинйәбулатова, Азамат Узәнбаев (етәкселәре Рәшиҙә Хәйзәрова) музыкаль сәләм тапшырҙы. Обелискты таҙартыуҙа, уны тәртиптә тотоуҙа ярҙам иткән шәхси эшҡыуар Илдар Күсәрбаевҡа һәм уның эшселәренә һәм шулай уҡ ауылдаштарыбыҙ Нәзир Һибәтуллинға, Сөләймән Йәнгилдинға, Ғәлиә Асҡароваға, Илүзә Аҡназароваға, Әлиә Кәримоваға, Нәркәс Ямаловаға, Фирдәүес Ырғызбаеваға, Нурзиә Йәнғилдинаға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ил — йортобоҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, башҡа бер ваҡытта ла ер йөҙөндә һуғыш булмаһын, балаларыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын!

Об авторе