527 0
Баймаҡ районы Билал ауылы халҡы ветерандарын тәбрикләне. Һуғыш, ошо бәләкәй генә һүҙ күпме күҙ йәштәрен түктерҙе, күпме типһә тимер өҙөрлөк ир — егеттәрҙе яу яланында ҡалдырҙы. Бөйөк Ватан һуғышына Билалдан 111, Һәмәндән 101 кеше китә. Билалдан 38, Һәмәндән 45 кеше яу яландарында ятып ҡала. Билалдан 17, Һәмәндән 6 кеше хәбәрһеҙ юғала. Билалдан 56, Һәмәндән 50 яугир иҫән — һау ауылдарына әйләнеп ҡайта. Бөгөнгө көндә Һәмән ауылында ике һуғыш ветераны йәшәй. Улар, Менәүәр Әминев, Әбүзәр Ишморатов. Тылдағыларға ла еңел булмаған. Билал ауылында Файза Юламанова, Һауа Юламанова, Нәфисә Мәхмүтова, Морат Айытбаев, Әминә Әхмәтова, Рәйлә Әминева, Ғәлиә Әминева, Хөмәйрә Ҡаһарманова тыл ветерандары. Әлеге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ишбулды Сабитов һуғыш ветераны. Билалда байрам мәктәп уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың урам буйлап «Үлемһеҙ полк» үтеүе менән башланып китте. Обелискка яу яландарында ятып ҡалған, яуҙан ҡайтып, һуғышта алған яраларынан мәрхүм булған ата — олатайҙарыбыҙ иҫтәлегенә венок һалынды. Артабан ауыл халҡы байрам концертын ҡарарға Мәҙәниәт йортона йыйылды. Мәктәптә ветерандар, Афған яуы үтеп ҡайтҡан яугирҙәр өсөн сәй табыны ойошторолдо. Байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән Билал мәктәбе коллективына, уҡыусыларға, ауыл хакимиәтенә, хакимиәт башлығына, ашнаҡсыларға, бағымсыларға, ауылдың һәүәҫкәр әртистәренә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ил — йорт тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!
Райхана Булатова, китапханасы

Об авторе