489 0

Баймаҡ районы Билал ауылы китапханаһыда матур ғаиләләр, мәғариф ветерандары, почта начальнигы, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар, китапханасылар, оло инәйҙәр, күрше ауылдан ҡунаҡтар «усаҡ» янына йыйылды. Ғаилә йылында үткән сара «Беҙ ҡабыҙған усаҡ» тип юҡҡа ғына аталманы. Усаҡты ғаилә менән сағыштырырға мөмкин. Йә, уйлап ҡарағыҙ әле! Ғаиләләр ҙә бит усаҡтағы ут кеүек. Йә быҫҡып яна ла ҡапыл дөрләп тоҡана, йә булмаһа дөрләп янған ут, кинәт, һүнә, һүлпәнәйә. Байрамға йыйылған Миңзәлә һәм Хәлит Боҫҡоновтар, Земфира һәм Фәнис Кинйәбулатовтар, Гүзәл һәм Радмир Мәһәҙиевтар, Сәғилә һәм Марсель Ғайсиндар, Миләүшә һәм Рөстәм Ямаловтар тураһында Илдүсә Әминева йылы һүҙҙәр еткерҙе. Усаҡ яғам. Усаҡ йылыһы. Бөгөн ошо усаҡ янына йыйылыусыларҙы мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов, биләмә башлығы Илдар Саптаров, мәғәриф ветераны Ишһылыу Әминева, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән пар Рәйлә һәм Рәфҡәт Кинйәбулатовтар, Вилюр Мәүлитов, Әхәт Урмантаев ғаилә усағы дөрләп янһын, ғаиләләр бәхетле йәшәһен, айырылышыуҙар булмаһын тигән уй — ниәттәрен еткерҙе.
Райхана Булатова
Билал ауылы
китапханасы

Об авторе