446 0

«Атайсал» төбәк гәзите
23 мая 2018 в 9:58
#Атайсал_гәзите
#Матбуғат-2018
«Атайсал» гәзите хәбәрселәре Баймаҡ районы Билал ауыл советына ҡараған ауылдар халҡы менән осрашыуҙа булды. Бик йылы тәьҫораттар алып ҡайтып, коллектив менән уртаҡлаштылар. Дәртле, сәмле, ғәмле, йор һүҙле, йырлы-моңло, талантлы төбәк халҡына редакция коллективынан ҘУР РӘХМӘТ!!!
Байыштарҙы өлгөлө тиҙәр,
Беҙ, билалдар, кемдән кәм?
«Атайсал»ға яҙылһындар,
Алдырып уҡыһын һәр кем.
Гәзит аша барып урайым,
Хәйбулла, Йылайырға.
Яҙылайыҡ, алдырайыҡ,
Ҡарамай аҡсаһына!—
тип һамаҡлай осрашыу мәлендә Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәүсе 85 йәшлек Мәхмүзә инәй Асҡарова.

Об авторе