Йырым булhын-бүләгем! Тормош – байрамһыҙ, байрам ҡотлауһыҙ булмай… Ә йыр ҡотлауҙы йәмләндерә, йәнләндерә, күңелдәргә үтеп инә. Шуға күрә, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һәм ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Әминева «Йырым булһын бүләгем» исемле тапшырыу үткәрҙе. Ҡотлау хаттарынан торған тапшырыу иң матур байрам Әсәләр көнөнә арналды. Байрамға әҙерлек бер ай элек башланды. Әсәйҙәрҙе, матур ханымдарҙы кемдәр ҡотланы һуң? Балалары, коллегалары, күршеләре, килендәре, ҡәйнәләре. Хаттар төрлөсә тапшырылды. Кемдер почта аша ебәрҙе, интернет селтәренә яҙып, телефон аша шылтыратып, хатта өйгә алып килеп ҡулға тапшырғандар ҙа булды. Хат эстәлектәре төрө — төрлө, ләкин мәғәнәһе бер үк. Барыһы ла әсәләргә дан йырлай. Ҡотлауҙарға ҡушып Ирек Зәйнуллин, Фирдәүес Ҡаһарманова, Гөлнира Ҡаһарманова, Вәсилә Сәүәрбаева, Гөлгөнә Асҡарова, Әхәт Урмантаев, Илфат Сирусин, Нурзиә Иҫәньюлова, уҡыусылар Вильдан Әминев, Сыңғыҙ Ильясов матур йыр башҡарҙы. Улар әсәләрҙе шаян, берсә моңло йырҙары менән күңелдәрҙең нескә ҡылдарын сиртте. Байрамға килгән әсәйҙәрҙе хатта күрше Таһир ауылында йәшәүсе, әлеге көндә Тула өлкәһендә эшләп йөрөүсе Мөдәрис Кулибаев телефон аша йырлап ҡотланы. Хаттар, хаттар… һағышлыһы ла, ҡыуаныслыһы ла бар араларында. Нисек кенә булмаһын, егерме бер хат тапшырыу аҙағына тиклем үҙ эйәләрен тапты. Барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайым! Балалар ҡыуанысы күреп һаулыҡта, муллыҡта ғүмер итергә яҙһын! Райхана Булатова Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасы

1137 0

Тормош – байрамһыҙ, байрам ҡотлауһыҙ булмай… Ә йыр ҡотлауҙы йәмләндерә, йәнләндерә, күңелдәргә үтеп инә. Шуға күрә, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һәм ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Әминева «Йырым булһын бүләгем» исемле тапшырыу үткәрҙе. Ҡотлау хаттарынан торған тапшырыу иң матур байрам Әсәләр көнөнә арналды. Байрамға әҙерлек бер ай элек башланды. Әсәйҙәрҙе, матур ханымдарҙы кемдәр ҡотланы һуң? Балалары, коллегалары, күршеләре, килендәре, ҡәйнәләре. Хаттар төрлөсә тапшырылды. Кемдер почта аша ебәрҙе, интернет селтәренә яҙып, телефон аша шылтыратып, хатта өйгә алып килеп ҡулға тапшырғандар ҙа булды. Хат эстәлектәре төрө — төрлө, ләкин мәғәнәһе бер үк. Барыһы ла әсәләргә дан йырлай. Ҡотлауҙарға ҡушып Ирек Зәйнуллин, Фирдәүес Ҡаһарманова, Гөлнира Ҡаһарманова, Вәсилә Сәүәрбаева, Гөлгөнә Асҡарова, Әхәт Урмантаев, Илфат Сирусин, Нурзиә Иҫәньюлова, уҡыусылар Вильдан Әминев, Сыңғыҙ Ильясов матур йыр башҡарҙы. Улар әсәләрҙе шаян, берсә моңло йырҙары менән күңелдәрҙең нескә ҡылдарын сиртте. Байрамға килгән әсәйҙәрҙе хатта күрше Таһир ауылында йәшәүсе, әлеге көндә Тула өлкәһендә эшләп йөрөүсе Мөдәрис Кулибаев телефон аша йырлап ҡотланы. Хаттар, хаттар… һағышлыһы ла, ҡыуаныслыһы ла бар араларында. Нисек кенә булмаһын, егерме бер хат тапшырыу аҙағына тиклем үҙ эйәләрен тапты. Барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайым! Балалар ҡыуанысы күреп һаулыҡта, муллыҡта ғүмер итергә яҙһын!
Райхана Булатова
Баймаҡ районы
Билал ауылы
китапханасы

 

Об авторе