«Имен — һау йөрөп ҡайт, һалдат!» Әле генә арҡаһына уйынсыҡ мылтыҡ тағып уйнай, һалдат фуражкаһын кейеп раз — дваға баҫа ине Илсур. Бөгөн ҡулыңа ысын мылтыҡ алып ил һағына баҫасаҡһың. Бер аҙна элек ауыл китапханаһында һине әрме сафына оҙатыу кисәһе үткәреүгә саҡырҙыҡ. Күпме йылы һүҙҙәр әйтелде, теләктәр теләнде. Әсәйең Сәғилә менән атайың Марсель Ғайсиндар нисә көн инде туғандарын, күрше — тирәләрен саҡырып һалдатҡа оҙатыу табыны ойошторҙо. Бөгөн Билал биләмә башлығы Ильдар Саптаров етәкселегендә, эштәр идарасыһы Гөлиә Заманова, хәрби өҫтәл начальнигы Фирдәүес Бикйәнова, ауыл хакимиәте белгесе Гөлгөнә Асҡарова, китапханасы Райхана Булатова ил һаҡларға, беҙҙең барыбыҙҙың да именлегебеҙ өсөн һаҡҡа баҫырға әрме сафына китеүсе Илсур Ғайсинды оҙатырға барып, һәр кем үҙенең матур теләктәрен еткерерҙе. Ир — егеттең ике юлдашы бар: береһе — батырлыҡ, икенсеһе — тәүәккәллек. Тәүәккәл бул, батыр бул, ир — егет намыҫына тап төшөрмә, һинән тик яҡшы хәбәрҙәр алып ҡыуанайыҡ, Илсур! Перейти в конец истории Выбрать файлы Ещё

1110 0

 

Об авторе