Author > bilal

Опубликованоbilal

Йырым булhын-бүләгем! Тормош – байрамһыҙ, байрам ҡотлауһыҙ булмай… Ә йыр ҡотлауҙы йәмләндерә, йәнләндерә, күңелдәргә үтеп инә. Шуға күрә, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һәм ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Әминева «Йырым булһын бүләгем» исемле тапшырыу үткәрҙе. Ҡотлау хаттарынан торған тапшырыу иң матур байрам Әсәләр көнөнә арналды. Байрамға әҙерлек бер ай элек башланды. Әсәйҙәрҙе, матур ханымдарҙы кемдәр ҡотланы һуң? Балалары, коллегалары, күршеләре, килендәре, ҡәйнәләре. Хаттар төрлөсә тапшырылды. Кемдер почта аша ебәрҙе, интернет селтәренә яҙып, телефон аша шылтыратып, хатта өйгә алып килеп ҡулға тапшырғандар ҙа булды. Хат эстәлектәре төрө — төрлө, ләкин мәғәнәһе бер үк. Барыһы ла әсәләргә дан йырлай. Ҡотлауҙарға ҡушып Ирек Зәйнуллин, Фирдәүес Ҡаһарманова, Гөлнира Ҡаһарманова, Вәсилә Сәүәрбаева, Гөлгөнә Асҡарова, Әхәт Урмантаев, Илфат Сирусин, Нурзиә Иҫәньюлова, уҡыусылар Вильдан Әминев, Сыңғыҙ Ильясов матур йыр башҡарҙы. Улар әсәләрҙе шаян, берсә моңло йырҙары менән күңелдәрҙең нескә ҡылдарын сиртте. Байрамға килгән әсәйҙәрҙе хатта күрше Таһир ауылында йәшәүсе, әлеге көндә Тула өлкәһендә эшләп йөрөүсе Мөдәрис Кулибаев телефон аша йырлап ҡотланы. Хаттар, хаттар… һағышлыһы ла, ҡыуаныслыһы ла бар араларында. Нисек кенә булмаһын, егерме бер хат тапшырыу аҙағына тиклем үҙ эйәләрен тапты. Барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайым! Балалар ҡыуанысы күреп һаулыҡта, муллыҡта ғүмер итергә яҙһын! Райхана Булатова Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасы

Тормош – байрамһыҙ, байрам ҡотлауһыҙ булмай… Ә йыр ҡотлауҙы йәмләндерә, йәнләндерә, күңелдәргә үтеп инә. Шуға күрә, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һәм ҡатын — ҡыҙҙар...More

1136 0

21 ноябрь Билалда ғаилә байрамы үтте. «АУЫЛЫМ МАТУР — УҢҒАН ҒАИЛӘЛӘР МЕНӘН»

21 ноябрь Билалда ғаилә байрамы үтте. Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән Ғаиләләр ярышында беҙҙең Билал ауыл биләмәһен дә ғаиләләр ҡатнашты. Ауыл китапханасыһы...More

880 0

«Имен — һау йөрөп ҡайт, һалдат!» Әле генә арҡаһына уйынсыҡ мылтыҡ тағып уйнай, һалдат фуражкаһын кейеп раз — дваға баҫа ине Илсур. Бөгөн ҡулыңа ысын мылтыҡ алып ил һағына баҫасаҡһың. Бер аҙна элек ауыл китапханаһында һине әрме сафына оҙатыу кисәһе үткәреүгә саҡырҙыҡ. Күпме йылы һүҙҙәр әйтелде, теләктәр теләнде. Әсәйең Сәғилә менән атайың Марсель Ғайсиндар нисә көн инде туғандарын, күрше — тирәләрен саҡырып һалдатҡа оҙатыу табыны ойошторҙо. Бөгөн Билал биләмә башлығы Ильдар Саптаров етәкселегендә, эштәр идарасыһы Гөлиә Заманова, хәрби өҫтәл начальнигы Фирдәүес Бикйәнова, ауыл хакимиәте белгесе Гөлгөнә Асҡарова, китапханасы Райхана Булатова ил һаҡларға, беҙҙең барыбыҙҙың да именлегебеҙ өсөн һаҡҡа баҫырға әрме сафына китеүсе Илсур Ғайсинды оҙатырға барып, һәр кем үҙенең матур теләктәрен еткерерҙе. Ир — егеттең ике юлдашы бар: береһе — батырлыҡ, икенсеһе — тәүәккәллек. Тәүәккәл бул, батыр бул, ир — егет намыҫына тап төшөрмә, һинән тик яҡшы хәбәрҙәр алып ҡыуанайыҡ, Илсур! Перейти в конец истории Выбрать файлы Ещё

  «Имен — һау йөрөп ҡайт, һалдат!» Әле генә арҡаһына уйынсыҡ мылтыҡ тағып уйнай, һалдат фуражкаһын кейеп раз — дваға баҫа ине Илсур. Бөгөн ҡулыңа...More

1117 0

Приложение 1 Приложение 2 Приложение 3 Приложение 4 Приложение 5 Приложение 6...More

557 0

Оперативка дата проведения 13 ноября 2018 г. время 9.00 час. Участвовали: зав клубами, библиотекари, специалисты СП, начальник почты. Темы: подготовка КВН, подписка на 2019г, подготовка...More

556 0

решение№139/1 от 26 ноября 2018 года ««Об утверждении Порядка формирования, ведения и обязательного опубликования перечней муниципального имущества сельского поселения Биляловский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан, свободного от прав третьих лиц (за исключением имущественных прав субъектов малого и среднего предпринимательства), предусмотренного частью 4 статьи 18 Федерального закона «О развитии малого и среднего предпринимательства в Российской Федерации»

Р.139-1...More

279 0