482 0
Бына нисә йылдар инде һабантуйға килгән Илеш районы делегацияһын Баймаҡ районы сигендә Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдың китапханасылары, клуб мөдирҙәре, биләмә башлығы, активтар ҡаршы ала. Тап бөгөнгөләй, асыҡ йөҙ, тәмле аш — һыу, боһорап ултырған самауырҙар, бишбармаҡ.
Һәмән ауылынан Миңзәлә Сирғәлина (Боҫҡонова) был көнгә шиғырын да яҙып бирҙе.
Баймаҡ — Илеш. Һаман шул килеш.
Дуҫлығыбыҙ тапмаҫ башҡа иш.
Йылдар беҙҙе бары сыныҡтыра,
Туғанлаштыҡ, Баймаҡ — Илеш!

Ярты быуат, хатта ашып китте,
Беҙ ҡабыҙған йылы ҡот усаҡ,
Яттар алмаҫ,уйҙар урталанмаҫ,
Дуҫлығыбыҙ бикле, ныҡ йоҙаҡ.

Өҙөлмәһен мәңге һаҡланһын,
Баймаҡ — Илеш дуҫлығы!
Иң иң изге хистәр менән тулы,
Мөлдөрәмә һөйөү турһығы.

Берҙәм һәм дә эшсән халҡым,
Уяу ҡалһын Баймаҡ — Илеш!
Яуыз уйҙар әгәр баҫа ҡалһа,
Мин уҡ булам, ә һин кереш!

Ике ҡуллап ,түгел!
ҡосаҡлашып күреш!
Беҙ бит таныш күптән,
Баймаҡ — Илеш!

Об авторе