546 0

Баймаҡ районы Билал ауылында «Таҙа Һаҡмар» акцияһы иғлан ителде. Акцияға тәүге көндән ауыл биләмәһенең ер эше белгесе Нуридә Шәһивәлиева, староста Зәйнитдин Хөсәйенов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Райхана Булатова, Иршат Юлмөхәмәтов, Сәғилә Ғайсина ҡушылды. Суҡҡарағас буйында араҡы, һыра шешәләре, ағас — таштың күплеге, иҫ китмәле!!! Эсәр һыуыбыҙҙың таҙалығы, тирә — яғыбыҙҙың матурлығы үҙебеҙ өсөн икәнен онотмайыҡ. Тәбиғәтебеҙгә битараф булмайыҡ! Акцияға ҡушылығыҙ, ауылдаштар!

Об авторе