495 0

4 июль Өмөтбай ауылы халҡы бик дәррәү генә, Билал хәкимиәт башлығынан «Таҙа Һаҡмар» акцияһы тураһында иғлан ишетеү менән, йылға буйҙарын таҙартырға өмәгә сыҡты. Был өмәлә ҡатнашҡан Билал биләмәһе башлығы Саптаров Илдар, ауыл старостаһы Көмөшбаев Зиннур һәм ҡоролтай рәйесе, тарих уҡытыусыһы Мәжитов Айҙар үҙҙәренең техникалары менән сыҡты. Клуб мөдире Сәғәҙәтова Әлфиә, китапханасы Латыпова Алгөл, мәктәп уҡытыусылары коллективы Зәйнуллина Вәлимә, Сәитғәлина Гөлсинә, Хилажева Дилә, Камалова Гузәлиә, Лукманова Миләүшә һәм ауыл халҡы Масалимов Винер, Ҡотлогильдина Сания, Мәжитова Сөмбөл, Үтәбаева Люциә, Ғүмәрова Хәмиҙә, Ғүмәров Миҙхәт, Камалов Таһир һәм, каникул осоро тип тормай, мәктәп балалары ла ситтә ҡалманы. Барыһына ла Рәхмәт!!!

Об авторе