696 0

Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында Рәсәй почтаһы көнө уңайынан «Араларҙың алыҫлығын кем яҡынайта?» исемле сараға оҙаҡ йылдар почтальонка булып эшләп хаҡлы ялға сығыусы Сәлимә Әминева, Илүзә Аҡназарова, матур итеп эшләп йөрөүсе Рәйсә Рәхмәтуллина, хаҡлы ялға сығыусы Рәшиҙә Әбйәлилова, уның урынына эшкә ҡалыусы Венера Ҡотлоғилдина, Билал почта бүлеге начальнигы Гөлнәфис Сирусина саҡырылды. Почта хеҙмәткәрҙәрен ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров ҡотланы, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Рәшиҙә апайҙың туғандары Сәмиғә, Айһылыу апайҙар, ауылдаштары Фирдәүес Ҡаһарманова, Зәүрә Ғайсина, Сәғилә Ғайсина, Зөлфиә Хамматова йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам йыр — моң менән аралашып барҙы. Быйылғы йылда иң күп матбуғатҡа яҙҙырғандары һәм уңышлы эшләгәндәре өсөн кубок Билал почтаһына бирелгән. Ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө район гәзите «Һаҡмар» ҙа минең почтальондар тураһында мәҡәләм дә сыҡты. Рәхмәт, һаҡмарҙар! Унда ошондай юлдар бар.
Билал почта бүлексәһендә элек – электән үҙ эшен белгән, халыҡ менән яҡшы мөнәсәбәттә булған ҡатын — ҡыҙҙар эшләй. Урындағы почта начальнигы Гөлнәфис Сирусина Өфө аграр университетының экономист – менеджер бүлеген тамамлағас тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тәүге хеҙмәт юлын “Күгиҙел” совхозында диспетчер булып башлай. Артабан ауыл Советында бухгалтер, баш бухгалтер, ер эштәре белгесе вазифаларын биләй. Заманса ҡапҡа, баҡса эшләүсе тормош иптәше Рәдиф менән өс малай тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары Өфө ҡалаһында, ике бәләкәс урныдағы мәктәптә белем ала. Гөлнәфис әйтеүенсә, халыҡтың гәзит – журналдарға күпләп яҙылыуында хат ташыусыларҙың өлөшө ҙур. Егерме йылдан ашыу халыҡҡа гәзит – журнал, хат ташыусы Рәйсә Рәхмәтуллина, ун йылдан ашыу эшләүсе Рәшиҙә Әбйәлилованы һәр өйҙә көтөп алалар. Улар ауылдаштарына матбуғат менән бергә шатлығын да, илдәге яңылыҡтарҙы ла еткерә, бер юлы ауылдаштарының хәлен дә белеп сыға. Ҡатындарының хәлен аңлап, уларға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы Әнүәр, Рәсих ағайҙарға рәхмәтле улар. Икеһе лә хат ташыусыларҙың эшен еңеләйтәм тип гәзит – журнал таратышырға ла, матбуғатҡа яҙылыу осоронда ярҙам итергә лә өлгөрә. “Гәзит – журналға яҙылмаҫ ерҙән яҙылабыҙ, ир – егет өйгә килеп тороп, өгөтләп торғас”, — тиҙәр ауылдаштар.
Өмөтбай, Күгиҙел ауылының хат ташыусыһы Рәйсә апай тураһында ауылдаштары Әнисә Ғүмәрова, Асия Бүләкова, Зимфира Зәйнуллина, Ира Ғүмәрова, Нәйлә Вәлитова, Әхәт Урмантаев бына нимәләр һөйләй: “Рәйсә менән Әнүәр Рәхмәтуллиндарҙы шул тиклем халыҡ хөрмәт итә. Улар балалары Роза, Азамат, Кавказда хеҙмәт итеп миҙал алып ҡайтыусы Сынтимер, Резеда, кейәү — килендәре, ейәнсәрҙәре өсөн өлгө булып тора. Рәхмәтуллиндарҙың гөл – баҡсаға күмелгән өйө әллә ҡайҙан ауылға йәм биреп ултыра. Бешеренергә, ҡул эштәренә маһир Рәйсәне ауылыбыҙҙың йәме тип кенә йөрөтәбеҙ, тиҙәр улар.
Билал, Һәмән ауылының хат ташыусыһы Рәшиҙә Әбйәлилова тураһында ла тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә ауылдаштары. Мәғариф ветераны Илдүсә Әминева, Билал мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сәғилә Ғайсина, хеҙмәт ветерандары Рәйлә Кинйәбулатова, Зәүрә Ғайсина һүҙҙе дауам итеп былай, ти. Рәшиҙә менән Рәсих Әбйәлиловтарҙы уңған, өлгөлө ғаиләләр иҫәбенә индерәбеҙ. Шул тиклем мәрәкәсел, йор һүҙле, уңған Әбйәлиловтар бер – береһенә тап килеп, берен – бере тулыландыып тора. Рәзилә, Винер исемле балаларының, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй улар. Ҡатынына һәр ваҡыт ярҙам итеп торған Рәсих маҡтауға лайыҡ. Рәшиҙәнең тәмле – аш һыуы, баҡса тулы аллы – гөллө сәскәһе, ишелеп уңған йәшелсәһенән ҡарап та уның бар яҡтан килгән уңған ҡатын – ҡыҙҙарҙың береһе икәнен аңлап була, ти улар.
Йәйге селләлә лә, ҡышҡы ажғыр буранда ла урам буйлап хат ташыусы килә. Үҙенең һәр өйҙә көтөп алыуы уларға дәрт – дарман өҫтәй. Гәзит – журнал әҙ булһа ла, күп булһа ла ауылды урап сығырға кәрәк. Шуға күрә матбуғатҡа күберәк яҙылһындар ине, элекке кеүек һәр йорт янындағы почта йәшниктәренә гәзит – журнал ҡуйып китеү беҙҙең өсөн иң ҙур шатлыҡ булыр ине, етемһерәп ҡалған почта йәшниктәре эсте бошора, тиҙәр улар бер тауыштан.
Уларҙың өсөһөнөң дә яҡшы хеҙмәтен баһалаған рәхмәт хаттары бихисап.
Һеҙҙең халыҡҡа күрһәткән изгелегегеҙ баһалап бөткөһөҙ, үҙегеҙҙең кәрәклегегеҙҙе тойоп, артабан да имен – һау эшләргә яҙһын!
Райхана Булатова
Билал ауылы

Об авторе